Үҙәкләштереү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Үҙәкләштереү — иерархик система эсендәге процестарҙың бер өлөшө иерархияның юғарыраҡ (тамырға яҡын) кимәленә күсерелеүе; ә үҙәкләштереүҙән киткәндә түбәнерәк кимәлгә (тамырҙан алыҫҡараҡ) күсеү бара.

Мәҫәлән, менеджментта үҙәкләштереү ҡарар сығарыу вәкәләттәренең һәм бурыстарҙың бер өлөшө ҡул аҫтындағыларҙан етәксегә күсеүен аңлата.

Политологияла үҙәкләштереү тигәндә дәүләт власының ниндәйҙер үҙәктә тупланыуын аңлайҙар (мәҫәлән, федерализация — дәүләт власының бер өлөшө (вәкәләттәр һәм уларҙы файҙаланыу буйынса яуаплылыҡ) төбәктәрҙән үҙәк хөкүмәткә күсә).

Информатикала (анығыраҡ итеп әйткәндә, мәғлүмәт тапшырыу теорияһында) үҙәкләштереү тигәндә селтәрҙә сервер бүлеү күҙҙә тотола, ә үҙәкләштереүҙән китеү серверҙа ихтыяж бөтөүҙе һәм селтәрҙә ҡатнашыусыларҙың бер рангта булыуын аңлата. Миҫалға популяр интранет-чаттарҙы килтерергә була, уларҙың ҡайһы берҙәре үҙәкләштереүгә мохтаж (чаттағы ағымдағы процестар тураһындағы мәғлүмәтте һаҡлау һәм клиенттар менән мәғлүмәт алмашыуҙы тәьмин итеү өсөн айырым сервер кәрәк була), ә ҡайһы берҙәре үҙәкләштереүҙән китеүгә эйәрә (сервер юҡ, ағымдағы процестар тураһында мәғлүмәт өлөш-өлөш булып клиенттарҙың машиналарында һаҡлана һәм, ҡағиҙә булараҡ, киң тапшырыулы хәбәр рәүешендә таратыла).